• Государственное автономное учреждение культуры и искусства Республики Башкортостан

Йәшә. Живи!

өр-яңы проект 

Кеше был донъяға йәшәү өсөн килә. Һәр кешенең йәшәйеш асылы, мәғәнәһе, йәшәү рәүеше төрлөсә. Халыҡ уны яҙмыш тип атай. Ғүмер һуҙымында һәр кем тормош ҡанундарына буйһона. Атай–әсәй тәрбиәһе, ғәмһеҙ баласаҡ, хистәр тулы шаулы йәшлек йылдары, ихласланып ғаилә ҡорған осор, балалар үҫтереү, ең һыҙғанып, дәртләнеп донъя көтөү, ҡартлыҡ, ғүмер көҙө яҡынлашыу… Кеше ғүмеренең һәр миҙгелен шағирҙәр, композиторҙар йырҙарҙа сағылдыра, тасуирлай. Ана шул йырҙар, моңдар аша проект авторҙары, йырсылар, музыканттар тамашасыға «Йәшә!» тип өндәшәләр. Йырлап, йылмайып, дөрөҫ йәшә, ауырлыҡтар алдында бирешмә, тормоштоң, йәшәйештең һәр миҙгелен яратып, рәхмәтле булып ҡабул ит, ата-әсәң тәрбиәһен, тыуған ил хәстәрен, терәк булған туғандарың, дуҫтарың ярҙамын онотма тип мөрәжәғәт итәләр.

Үҙенсәлекле, бай эстәлекле, ҙур мәғәнә һалынған концерт программаһында эстраданың танылған, халыҡ һөйөүен яулаған артистар — Артур Туҡтағолов, Минзифа Исҡужина, Лилиә Ишемйәрова, Азат Биксурин, Айгөл Һағынбаева, Искәндәр Ғәзизов, Заһир Иҫәнсурин, Тимур Рамаҙанов, Евгения Цыпина, Алмас Сирусин, Илдар Абдуллин, Салауат Хәлилов, Венер Сәйфетдинов, Аурика Уршеева, Гөлнур Мансурова, Гөлназ Ильясова, Сабина Дадашова, Рәмил Мостафин, Зилиә Сәфиуллина, Светлана Атанғолова ҡатнаша.

Концерттың режиссеры — Зиннур Сөләймәнов, сценарий авторы — Зилә Ғәлләмова.

Концертҡа рәхим итегеҙ, хөрмәтле тамашасылар!